Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 11:58

Балаларҙы яҡлау фонды барлыҡҡа килә

Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы

Балаларҙы яҡлау фонды булдырыласаҡ. Был туралағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.
Әлеге фонд балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт көсөн һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын берләштереү, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә шарттар тыуҙырыу маҡсатында барлыҡҡа килде, тиелә документта. Указ буйынса, фондтың учредителе булып Рәсәйҙең мәғариф министры тора. Уның составына "Рәсәй балалар фонды һәм "Халыҡ-ара балалар фондтары ассоциацияһы" йәмғиәт фондтары союзы индерелгән.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: