Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 17:38

Китап донъя күрҙе

Автор 200 дана менән нәшер ителгән сираттағы китабын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнаны

Бөйөк Ватан һуғышының аяныслы хәл ваҡиғаларын барлап, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын, уның батырлығын данлаған шағир Николай Яковлевтың "Победы огненные версты" тигән шиғыр китабы донъя күрҙе.
Благовещен районының почётлы гражданы, медицина ветераны булған Николай Яковлев 200 дана менән нәшер ителгән сираттағы китабын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнаны.
- Тыуған иленең азатлығы, халҡының тыныслығы, матур тормошо өсөн яу яландарында һуғышҡан, башын һалған яҡташтарым иҫтәлегенә әйтеләсәк хөрмәт - һоҡланыуымды күңелем аша үткәреп, шиғыр юлдарына һалдым. Киләсәк быуын вәкилдәре ҡулына алып уҡыясаҡ был китабымды нәшер итеүҙә бағыусылар ҙа оло ярҙам күрһәтте, - тине ул китап туйына килеүселәр алдында сығыш яһағанда.
Читайте нас: