Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 13:09

Байрамға - иҫтәлекле бүләк

"Әсәлек даны" миҙалын Өфө районында йәшәгән 17 әсә лайыҡлы йөрөтә

Башҡортостанда 1998 йылдан бирле күп балалы әсәләргә тапшырылып килгән "Әсәлек даны" миҙалын Өфө районында йәшәгән 17 әсә лайыҡлы йөрөтә.Бына әле Республика көнө алдынан да район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров был миҙалды райондың тырыш, тәүәккәл, тәртипле балалар үҫтергән, ғаиләһен матур ҡараған мөләйем әсәләргә тапшырҙы.-Инфраструктураһы үҫешкән ауылдарҙа заман талаптарына яуап биргән балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөйбөҙ, юлдар һалабыҙ, урамдарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Һеҙҙең матур ғаиләләрегеҙ, аҡыллы балаларығыҙ өсөн бар шарттар тыуҙырыу - беҙ башҡарған эштәрҙең төп маҡсаты булып тора. Барығыҙға ла именлек, байлыҡ, иң мөһиме - һаулыҡ теләп ҡалам, - тине үҙ сығышында район етәксеһе.Райондың 6 ауылынан килгән әсәләр ҙә, үҙ сиратында Башҡортостан Республикаһы, район етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: