Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 15:32

Балалар баҡсаһы асылыр

Ҡалалағы 2-се балалар баҡсаһының филиалы буласаҡ был баҡсаны ла Евгения Березина етәкләйәсәк

"Демография" милли проектына нигеҙләнеп, Благовещен ҡалаһында 220 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһының төҙөлөшө октябрь айында тамамланасаҡ.Ҡалалағы 2-се балалар баҡсаһының филиалы буласаҡ был баҡсаны ла Евгения Березина етәкләйәсәк. Әле үк бында ул барса коллектив ағзалары менән бергә бинаның тирә - яғын төҙөкләндереү менән мәшғүл. Хеҙмәткәрҙәр көҙ айының бер көнөн дә бушҡа үткәрмәй, улар ойошҡанлы рәүештә ағас - ҡыуаҡтар, күп йыллыҡ сәскәләр ҙә ултырта. Мәктәпкәсә белем биреү балалар учреждениеһын асыуға кәрәкле лицензия алыу менән балалар баҡсаһы үҙенең беренсе тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итер.
Читайте нас: