Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 17:58

«Транснефть – Урал” йәмғиәте буласаҡ инженерҙарға бүләк яһаны

Өфөнөң Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейында яңы компьютер синыфы асылған

Дөрөҫөрәге, яңыртылған синыф – бинала ремонт үткәрелгән һәм информатика дәрестәре үткәреү өсөн ул бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Лицейға хәйриә ярҙамын «Транснефть – Урал” йәмғиәте күрһәткән.
Яңыртылған кабинетты асыуҙа символик ҡыҙыл таҫманы «Транснефть – Урал” йәмғиәте баш директоры урынбаҫары Әсҡәр Әминев, Өфө дәүләт нефть техника университеты проректоры Александр Могучев, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Орджоникидзе районы хакимиәтенең гуманитария мәсьәләләре һәм мәғариф идараһы начальнигы Юлия Мостафина киҫте.
Предприятие аҡсаһына тейешле программа тәьминаты менән 16 заманса компьютер, шулай уҡ уңайлы һәм эргономиялы мебель һатып алынды һәм урынлаштырылды. “Дәрес үткәреү өсөн ҡулай шарттар һәм яңы компьютер техникаһы уҡыусыларға техника юғары уҡыу йорттарында уҡырға әҙерләнеү һәм киләсәктә, шул иҫәптән нефть ҡыуҙырыу тармағы белгестәре сафтарын тулыландырыу өсөн информатика-коммуникация технологияларын яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам итәсәк”, - тип билдәләне лицей директоры Алла Цыбина.
“Транснефть – Урал” лицейға элек тә матди базаһын нығытыу йәһәтенән ярҙам күрһәткән. Предприятие аҡсаһына физиканан лаборатория дәрестәре өсөн йыйылмалар һәм көнүҙәк мәғлүмәтты тапшырыусы, шул иҫәптән дәрестәр расписанияһын һәм лицей яңылыҡтарын яҡтыртыусы интерактив экран һатып алынған.
83-сө лицей Өфөлә 1957 йылда асылған. 2003 йылдан ул «Транснефть – Урал” йәмғиәте менән белгестәр әҙерләү
өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе Өфө дәүләт нефть техника университеты ҡул аҫтында эшләй. Лицей тәрбиәләнеүселәре бер нисә йүнәлеш (физика-математика, химия-математика, мәғлүмәт-технология, инженер-иҡтисад) буйынса белем ала, унан уҡыуын техника юғары уҡыу йорттарында дауам итә.
Читайте нас: