Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 15:30

Йылы усаҡ, күркәм фатир

Төҙөкләндерелгән урамлы күркәм йорттағы уңайлы фатирҙарҙа йәшәгән кешенең тормошо ла көйлө, кәйефе лә шәп.

Төҙөкләндерелгән урамлы күркәм йорттағы уңайлы фатирҙарҙа йәшәгән кешенең тормошо ла көйлө, кәйефе лә шәп.Тап бына ошоларҙы күҙ уңында тотҡан Өфө район хакимиәте ата - әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған етемдәр, инвалидтар, ғаиләһендә инвалид бала тәрбиәләп ҡарағандар хаҡында тулы хәстәрлек күрә. Йыл һайын улар үҙенең сиратына ярашлы фатирлы була. Бына әле лә 10 кеше Йоматау ауылында төҙөлгән йорттан бар шарттары булған өр - яңы фатир алыуға өлгәште. Фатир хужаларына уларҙың асҡысын да, тантаналы шарттарҙа ихлас күңелдән теләктәр теләп, район хакимиәте башлығы Вилорий Угаров тапшырҙы. - Беҙҙе фатирлы иткән, беҙҙе ҡурсалаған район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Инде ҡайтып керер үҙ йортобоҙ, баш осонда тыуған ҡыйығыбыҙ бар. Бынан да ҙур бәхет юҡтыр ул донъяла, - тине хушлашҡанда Айһылыу Миңлебаева.
Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте башлығы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: