Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 18:49

Яңыртылған мәҙәниәт усағы ишектәрен асты

Көҙәй ауылы мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт тамамланды.

Капиталь ремонттан һуң Көҙәй ауылы мәҙәниәт йорто ишектәрен асты. Эш барышында бина йылытылды, электр ҡорамалдары, канализация, һыу тәьминәте системаһы яңыртылды, тәҙрә-ишектәр алмаштырылды. Шул уҡ ваҡытта түбә монтажланды, буяу-ағартыу эштәре башҡарылды. Төҙөлөш эштәре «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты гранты иҫәбенә финансланды. Хәҙер концерттар яңы сәхнәлә үтәсәк. Шаршау, заманса музыка, яҡтыртыу ҡорамалдары һатып алынған. Тамаша залы заманса төҫ алған. Бында балалар өсөн - уйын бүлмәһе, йәштәр өсөн тренажерҙар ҡуйылған. Мәҙәниәт усағында байрам сараларынан тыш балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн ижади түңәрәктәр ҙә эшләйәсәк.
Читайте нас: