Ҡатындары менән ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп, яҡшы шарттар булдырған ғаилә башлыҡтары Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ойошторған "Атайлыҡ ҡаһарманлығы" республика конкурсында ҡатнашып, "Яҡындарына булған оло мөхәббәте һәм ҡурсалауы, уларға ысын миҫал булғаны өсөн" тигән почетлы дипломдар менән бүләкләнде."Атайлы бала - арҡалы" тигәндәй, шундай атайҙарҙың ҡыҙҙары яҡшы уҡыуы, әүҙем, аҡыллы булыуы, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашыуы менән билдәле.