Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 19:45

“Транснефть” Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарын һәм уҡытыусыларын стипендия, сертификаттар менән бүләкләне

“Транснефть”тең исемле сипендияларын тапшырыу практикаһы 20 йыл дауам итә.

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары һәм уҡытыусылары “Транснефть” компанияһы тәғәйенләгән социаль түләүҙәр хаҡындағы исемле стипендиялар һәм сертификаттар алып ҡыуанды. Сара һәр йыл һайын Өфө дәүләт нефть техник университетының йыйылыштар залында уҙғарыла, әммә быйыл ул коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн онлайн-форматта үтте: “Транснефть – Урал” һәм үрҙә атап киткән уҡыу йорто араһында “телемост” булдырылды.
Социаль түләүҙәр хаҡындағы сертификаттарға үткәргес торба һалыу транспорты факультетының уҡытыу һәм тикшеренеү эштәрен алып барыусы 7 доцент һәм профессор лайыҡ булды. Маҡсатҡа йүнәлтелгән был түләүҙәрҙе квалификацияны күтәреү, лекция курстарын йәки монографияларҙы әҙерләү һәм баҫтырыу, профессиональ һәм ғилми эшмәкәрлектең башҡа йүнәлештәренә тотонорға мөмкин. Нефть үткәреүселәр тарафынан эшләнгән был эштәр уҡытыу сифатын, кадрҙар әҙерләү кимәлен күтәреүгә, һөҙөмтәлә – тармаҡтың үҫешенә ярҙам итә.
“Транснефть”тең исемле сипендияларын тапшырыу практикаһы 20 йыл дауам итә. Бындай тәжрибә студенттар өсөн стипендияның яҡшы уҡыу һәм фәнни эштәге әүҙемлек өсөн генә түгел, ә артабанғы үҫеш һәм күтәрелеш өсөн стимул булыуын күрһәтә. Быйыл вуздың 17 студенты стипендияға лайыҡ булды.
“Транснефть” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Роман Ковалев сипендияға лайыҡ булыусыларҙы ҡотланы:
- Һәр саҡ яңынан-яңы һөҙөмтәләргә, уңыштарға өлгәшегеҙ, үҙегеҙҙең алдығыҙға яңы маҡсаттар ҡуйығыҙ, уларға ирешегеҙ. “Транснефть” һәм “Транснефть-Урал” компаниялары беҙҙең рәттәрҙе грамоталы, маҡсатлы йәштәр тулыландырыуына шат. Универститет менән хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә беҙ вуздың матди-техник базаһын яҡшыртыуға аҡса һалабыҙ. Һеҙҙең өсөн бөтә мөмкинлектәр бар – уҡыуҙар уникаль лабораторияларға үтә, тренажерҙар, актуаль уҡыу пособиеларын ҡулланаһығыҙ, - тине ул.
“Транснефть” йәмғиәтенең исемле стипендиялары Өфө нефть техник университетының иң яҡшы студенттарына 2001 йылдан, уҡытыусылар сертификаттары 2014 йылдан бирелә.
Дмитрий Соснин, 4-се курс студенты:
- Мин икенсе тапҡыр стипендиат булдым. Компания беҙҙең уҡыуға һәм фәнни эшмәкәрлеккә һалған көстө баһалай, тип уйлайым. Беҙгә үҙебеҙҙең потенциалды асырға күп мөмкинлектәр бирелә. Бөтәһе өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә.
Эльвина Әхмәтгәрәева, 4-се курс студенты:
- Үткән семестрҙа беҙ “Транснефть” компанияһы ярҙамында асылған лабораторияларҙа уҡыныҡ. Тап шунда мин сәнәғәттә ниндәй процестар булыуын күҙ алдына килтерҙем. Корпоратив стипендия беҙгә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға, үҫергә стимул бирә. Был минең тәүге стипендия, уңыштарымдың шундай ҙур баһаға лайыҡ булғаны минең өсөн бик ҡәҙерле. Ҙур рәхмәт!
Читайте нас: