Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 19:54

Йырлы - моңло Асеевтар

Яңыраҡ Асҡын районында үткән Шәжәрә байрамында ла улар "Ғаиләм - минең ҡәлғәм" тигән республика видео конкурсында ҡатнашып, 2-се урын яуланы

Мари халҡының моңон күңелендә йәшәткән, үҙенең туған теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә оло хөрмәт менән баҡҡан, дәртле бейеүҙәренә ғашиҡ Асеевтарҙың фольклор халыҡ ғаилә ансамбле республикала киң билдәле.Бына әле яңыраҡ Асҡын районында үткән Шәжәрә байрамында ла улар "Ғаиләм - минең ҡәлғәм" тигән республика видео конкурсында ҡатнашып, 2-се урын яуланы. Ғаиләһенең шәжәрәһе, нәҫел - нәсәбенең быуын тамырҙары менән ныҡлап шөғөлләнгән Асеевтарға был тейешле һәм ваҡытлы баһа.Мәғлүмәт Нуриман район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: