Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең ауылы хужалығы министры урынбаҫары, Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Илья Шестаков менән осрашты.
Илья Васильевич ил етәксеһенә балыҡсылыҡ тармағында хәл-тороштоң нисек булыуы хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Ведомство башлығы айырым рәүештә инвестицион квоталар механизмының нисек ғәмәлгә ашырылыуы хаҡында ла еткерҙе.
– Әгәр ҙә фәнни-тикшеренеү флоты хаҡында һөйләгәндә, беҙ уртаса тонналы 2 фәнни-тикшеренеү судноһы төҙөй башлайбыҙ, проект документтары әҙерләнгән, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс менән бәйле проблемарыбыҙ бар, – тип белдерҙе ул президентҡа.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова