Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 13:41

Лайыҡтарға – грант

Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән конкурсҡа райондың Балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Башҡортостан Республикаһының иң йәш яҙыусылары һәм шағирҙары” тигән үҙенсәлекле проект тәҡдим ителде

Өфө районының Балалар ижады йорто Башҡортостан Республикаһы Башлығының субсидия формаһында республикала йәшәгән халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен, фәнен, милли матбуғат сараларын, йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантын отто.
Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән конкурсҡа райондың Балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Башҡортостан Республикаһының иң йәш яҙыусылары һәм шағирҙары” тигән үҙенсәлекле проект тәҡдим ителде. Йәш ижадсыларҙы, ҡәләмен башлап тибрәтеп ҡараған 10 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларҙы бергә туплау, улар күңелендә шиғриәткә, әҙәбиәткә тәрән һөйөү тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотоп, тормошҡа ашырылған да инде был проект. Республиканың Яҙыусылар Союзы менән берлектә ойоштороласаҡ дистанцион дәрестәрҙә балалар әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү өлгөләрен өйрәнеп, ирекле темаға яҙған шиғыр, хикәйә, әкиәттәре менән әҙәби конкурста ла ҡатнашасаҡ. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған әкиәттәрен “Лукоморье” конкурсына тәҡдим иткән балаларҙың ижади эштәре - был проекттың төп һөҙөмтәһе буласаҡ та инде.
-Үҙенең ҡайһы төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ижадҡа ғашиҡ, ҡәләме үткер йә матур итеп яҙышырға өйрәнергә теләгән һәр бала был проектҡа ҡушыла ала. Баланы ижади шәхес итеп күреп, уны әҙәби әҫәр өлгөһөндә кешелеклелек, әҙәплелек кеүек сифаттар аша ижади юғарылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылышлы үҫешкән ысын шәхес итеп тәрбиәләү – бөгөнгө көндә беҙҙең коллективтың төп бурысы булып тора. Беҙ һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, - тине хушлашҡанда Балалар ижады йорто директоры Фиҙрәт Фәрит улы Монасипов.
Читайте нас: