Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 18:38

Триатлонға рәхим ит!

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура уҡытыусыһы, иң яҡшы тренеры исемен йөрөткән Анатолий Алексеев үткәргән йүгереү, велокросс буйынса күнекмәләргә Нөрлө, Октябрьский, Шемәк, Николаевка мәктәптәренән уҡыусылар йыйылды

Өфө районының спорт мәктәбе тренеры Анатолий Алексеев Николаевка ауылындағы һабантуй яланында триатлон буйынса күнекмәләр ойошторҙо.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура уҡытыусыһы, иң яҡшы тренеры исемен йөрөткән Анатолий Алексеев үткәргән йүгереү, велокросс буйынса күнекмәләргә Нөрлө, Октябрьский, Шемәк, Николаевка мәктәптәренән уҡыусылар йыйылды. Сәләмәт тормош яҡлы балалар ҡышҡыһын саңғыла, бассейнда йөҙөү буйынса күнекмәләрҙе лә дауам итәсәк.Быға уларҙы ойошторған тренерҙың һәләте, ә балаларҙың теләге лә көслө.
Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: