Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2020, 17:00

Ҡара Яҡупта уҙа өмәләр

Ауылды гөрләтеп октябрь башында уңған, киң күңелле Тимерйәновтар ғаиләһендә өйрәк өмәһе үтте.

Көҙ-ҡыш айҙары йәй ҡарап үҫтерелгән бройлер себештәрҙе, өйрәк, күркә, ҡаҙҙарҙы эшкәртә торған байлыҡ, муллыҡ осоро. Дим йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡара Яҡуп ауылында өйрәк, ҡаҙ тотоусылар күп. Әле ауылда өйрәк өмәләре башланған күңелле ваҡыт. Ауылды гөрләтеп октябрь башында уңған, киң күңелле Тимерйәновтар ғаиләһендә өйрәк өмәһе үтте. Уңған хужа менән хужабикә июнь айында бәпкә килеш алынған өйрәктәрҙе үҫтереп, һуғымға әҙерләгән. Һимеҙ, татлы өйрәк түшкәләре өмәселәрҙе һыйларға ла, туған-тыумасаларға күстәнәскә лә, үҙҙәренә ашарға ла етә. Туған йәнле ҡараяҡуптар боронғо йолаларҙы ҡәҙерләй, һаҡлай белә. Өмәнән һуң ҡунаҡсыл хужалар өмәселәрҙе, туғандарын, күршеләрен киске табынға парлап йыйып, уларҙы өйрәк итенән һәм уның хуш еҫле һурпаһынан ауыҙ итергә саҡырҙы. Табында һәр кемгә өлөш бүленде. Ҡунаҡтар тәмле аш-һыуҙан ауыҙ итеп, һөйләшеп тә, йырлашып та табынды йәмләп ултырҙы. Өмәләр сезонын ауылдаштар бик күңелле башлап ебәрҙе. Артабан да үтәсәк ҡаҙ, һуғым һуйыу өмәләре ойошҡанлы рәүештә дауам итер. Ауыл халҡына хәләл көсө менән тырышып, тир түгеп тапҡан малдарының бәрәкәтен күрергә насип итһен.
Мәғлүмәт Шишмә район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: