Өс ауылды тоташтырған Кальтовка - Балажи юлын ремотлау эштәрен "Арлан промысел юлдарын ҡарау идаралығы" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы башҡара. Участҡала туғыҙ кешенән торған бригада эшләй, шулай уҡ ун дүрт махсус техника йәлеп ителгән. Ремонт эштәрен башҡарыу өсөн республика фондынан 20 миллион һум аҡса бүленгән, район бюджетынан - 706 мең. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Уны ағымдағы йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.