Өфө районының Лебяжий ауылында урынлашҡан "Вита" баҡсасылар берләшмәһендә 22-се октябрҙән 23 - нә ҡарай төндә сыҡҡан янғын, үлем осраҡтары күптәрҙе тетрәндерҙе.Тетрәнмәҫлекме һуң? Бик аяныслы, ҡурҡыныс янғында тотош бер ғаилә - 26, 30 йәштә булған ирле - ҡатынлы һәм уларҙың 4 йәшлек балаһы янып үлгән. Күпме кешенең ғүмерен ҡыйған фажиғәнән һаҡ, абау булайыҡ. "Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай" тип халыҡ бушҡа әйтмәгән. Ысыны шулай.