Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2020, 09:39

Каникулдар уҙа күңелле

Благовещен районы Ильино Поляна ауылындағы "Олимп" үҫмерҙәр клубының эше көҙгө каникулдар осоронда гөрләп тора

Благовещен районы Ильино Поляна ауылындағы "Олимп" үҫмерҙәр клубының эше көҙгө каникулдар осоронда гөрләп тора.Бәйләү, тегеү түңәрәктәрендә, спорт секцияларында шөғөлләнеүселәрҙән тыш, бында йыр - моң һөйөүселәр өсөн дә саралар үтә, оҫталыҡ дәрестәре йыш үткәрелә. Гүзәл Ҡарасурина ҡыҙҙар өсөн көньяҡ бейеүҙәрен башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрһә, ә Валентина Демец "Максимум" йыр студияһына йыйылған малай - ҡыҙҙар менән улар белгән йырҙарҙы яңынан барлап сығып, моңло итеп башҡарып та кинәнделәр. Тәжрибәһе ҙур булған был белгестәр тәрбиәләнеүселәре араһында оло хөрмәт менән ҡаҙана.
Читайте нас: