Благовещен районы Бедеева Поляна ауылындағы балалар баҡсаһында быйыл иҫке тәҙрә рамдары яңыларына алмаштырылып, бинала ремонт эштәре үткәрелде.Баҡсаға йөрөгән балаларҙы шатландырып, уларға уңайлы шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан өлкәндәр малай - ҡыҙҙарҙы 20 өр - яңы карауат, түшәк кәрәк - яраҡтары менән тәьмин итте. Благовещен район Советы депутаты Александр Попцов һәм Изге Георгий ирҙәр монастырынан Архимандрит Варлаамдың изге ниәт менән башҡарған был эштәре өсөн ололар ҙа, балалар ҙа ҙур рәхмәтле.