Велосипедта йөрөү төрлө йәштәге кешеләр араһында популяр. Ул хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә сәләмәт йәшәү рәүешен тәьмин итеү ысулы ла булып тора. Әммә был ике тәгәрмәсле техника күп өҫтөнлөктәренә ҡарамаҫтан юғары хәүеф сығанағы ла булып тора. Елена Иглина исемендәге паркта велосипедсылар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғаларын иҫкәртеү маҡсатында "Минең дуҫым – велосипед” акцияһы үтте. Унда район үҙәгенең 5-се һанлы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Улар йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үткенселәрҙең иҫтәренә төшөрҙө. Балалар юлдарҙа осрарға мөмкин булған хаталарҙы, ҡурҡыныстарҙы тикшерҙе, фекер алышты.