Йәйғор
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 10:00

Классик музыкаға ғашиҡ балалар

Бына әле лә улар "Балалар - балаларға" Бөтә донъя классик музыка фестивалендә ҡатнаша.

Өфө район балалар музыка мәктәбенең халыҡ инструменттары бүлеге уҡытыусыһы Оксана Буланкина уҡыусылары Камилла Моһтабарова һәм Тәлғәт Ғәлләмов менән күп сараларҙа, конкурс - фестивалдәрҙә ҡатнашыуы, күп һанлы еңеүҙәре менән киң билдәле.Бына әле лә улар "Балалар - балаларға" Бөтә донъя классик музыка фестивалендә ҡатнаша. 13 октябрҙән 17 ноябргә тиклем дауам иткән фестиваль осоронда һәләтле уҡытыусының тырыш уҡыусылары билдәле музыкант Айҙар Сәләхов үткәргән онлайн оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. Шулай уҡ дистанцион уҙған саралар аша, һәләтле 60 бала исемлегенә ингән оҫта баянсылар - Камилла менән Тәлғәт классик музыкаға ҡағылышлы күп мәғлүмәт беләсәк, донъяла киң билдәле булған музыка әһелдәренең сығышын ҡарап, кәңәштәрен дә ишетәсәк, үҙҙәре лә сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас в