Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2020, 17:00

Нуримандар тәбиғәтен ҡәҙерләй

Эшкә ныҡлап тотонған төрлө быуын вәкилдәре ойошторолған акцияның мөһимлеген, кәрәклеген аңлап, йылға - күл буйҙарын заман бәләһе - төрлө пластик һауыт - шешәнән, полиэтилен тоҡсайҙарҙан арындырҙы.

Тәбиғәте гүзәл Нуриман районын туристар ҙа, уның йылға - күл ярҙарын, шишмәләрен ял итеүселәр ҙә үҙ итә.Тик уларҙан һуң матур тәбиғәт оло зыян күрә. Ял итеүселәрҙең байтағы үҙенең артынан урман - ҡырҙарҙа, һыу сығанағы ярҙарында күпләп сүп - сар ташлап китә. Тыуған тәбиғәтенә оло зыян килтергән күренештәргә ҡаршы булған нуримандар тупланып, "Рәсәй һыуы" Бөтә Рәсәй акцияһына нигеҙендә үткән "Таҙа яр" акцияһына берҙәм ҡушылды. 7 ауыл хакимиәте ҡарамағындағы 23 һыу сығанағының ярҙары туҙып ятҡан сүп - сарҙан таҙартылды. Эшкә ныҡлап тотонған төрлө быуын вәкилдәре ойошторолған акцияның мөһимлеген, кәрәклеген аңлап, йылға - күл буйҙарын заман бәләһе - төрлө пластик һауыт - шешәнән, полиэтилен тоҡсайҙарҙан арындырҙы.Шундай тырыш, әүҙем, тыуған районы - Нуриманды яратҡан кешеләр булғанда, уның мөғжизәгә тиң тәбиғәт ҡомартҡылары киләһе быуындарға ла һаҡланыр. Быны улар үҙҙәренең төп бурысы тип иҫәпләй.
Мәғлүмәт Нуриман район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас: