Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Октябрь 2020, 13:01

Путин Нурмагомедовты осрашыуға саҡырған

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнаш стилдәге һуғышсы (ММА) Хәбиб Нурмагомедовты осрашыуға саҡырҙы, тип хәбәр итә Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнаш стилдәге һуғышсы (ММА) Хәбиб Нурмагомедовты осрашыуға саҡырҙы, тип хәбәр итә Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, осрашыу спортсы бер аҙ ял иткәс һәм эпидемиологик хәл тотороҡлоланғас булырға мөмкин.
Владимир Путиндың Хәбиб Нурмагомедовҡа шылтыратыуы тураһында 25 октябрҙә билдәле булғайны. Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт башлығының рәсәйлене американец Джастин Гейджиҙы еңеүе менән ҡотлауы тураһында яҙғайнылар.
25 октябрҙә Нурмагомедов Гейджиҙы еңеп, еңел ауырлыҡ категорияһында UFC чемпионы титулын яҡланы. Шунан һуң һуғышсы спорттан китеүе тураһында иғлан итте. Үҙенең һуңғы бәйгеһендә еңгәндән һуң Хәбиб Нурмагомедов ойошманың иң яҡшы спортсылары исемлегендә беренсе урынға күтәрелде. Ул 29 бәйгелә 29 еңеү яулаған.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: https://www.instagram.com/khabib_nurmagomedov/
Читайте нас: