Благовещен ҡалаһында урынлашҡан Өфө янындағы йылылыҡ селтәре хеҙмәткәрҙәренең балалары араһында һүрәт төшөрөргә әүәҫтәрҙең ижади конкурсы ойошторолдо.3 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар "Минең атайым - энергетик", "Өфө янындағы йылылыҡ селтәренә -45", "Киләсәктәге йылылыҡ селтәре", "Мин энергетик булырға теләйем" тигән номинацияларға үҙенең ҡарашын, уй - теләктәрен сағылдырған төҫлө һүрәттәрен тәҡдим итте. Иң оҫта рәссамдар тип Арина Пехенько, Эмиль Ғәлиуллин, Артем Руднев танылды. Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.