Йәйғор
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 16:37

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Ағиҙел йылғаһы аша һалынған продукт үткәргестең һыу аҫты өлөшөн үҙгәртеп ҡорҙо

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың Благовещен районындағы Ағиҙел йылғаһы аша Өфө – Камбарка магистраль нефть продукттары үткәргесенең (МНПП) һыу аҫты өлөшөн яңыртып ҡорҙо.

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың Благовещен районындағы Ағиҙел йылғаһы аша Өфө – Камбарка магистраль нефть продукттары үткәргесенең (МНПП) һыу аҫты өлөшөн яңыртып ҡорҙо.
Эштәр 2019 йылдың ғинуарынан предприятиены техник яҡтан яңынан ҡоралландырыу һәм реконструкциялау программаһына ярашлы башҡарылды. Маҡсат – үткәргес торбаның ышаныслығын һәм хәүефһеҙлеген, ҡорамалдарҙың ҡулланылыш һәм техник характеристикаһын арттырыу.
Һыу аҫты үткәүелен реконструкциялағанда дөйөм 6,3 мең метр оҙонлоҡта үткәргес торба участкалары монтажланды.
Магистраль үткәргес торба участкаларының һыубаҫар туғай ерендәге өлөшө йылғаның ике яҡ ярында ла асыҡ килеш траншеяға һалыу ысулы алмаштырылһа, йылға юлы аҫтында был эш һөйрәп сығарыу алымы менән башҡарылды. Туғай – Яңы Турбаҫлы автомобиль юлы аша үткәүел, юл ҡатламын емермәйенсә һәм траспорт хәрәкәтен сикләмәйенсә, горизонталь йүнәлешле быраулау ярҙамында төҙөлдө, торба участкаһы һаҡлағыс футлярға урынлаштырылды.
Электр селтәре хужалығы ла өлөшләтә алмаштырылды: йылғаның һул ярындағы комплектлы трансформатор подстанцияһы, шулай уҡ электр тапшырыу линияһының трасса буйындағы участкаһында бағаналар һәм сымдар яңыртылды.
Эштәрҙе башҡарғанда сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптары үтәлде. Бынан тыш, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ кәрәкле саралар күрелде, хеҙмәткәрҙәр шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланды. Һыу аҫты үткәүелен тоташтырыу магистраль нефть продукттары үткәргесе аша нефть продукттарын транспортлау күләме планлы рәүештә 60 сәғәткә кәметелгән ваҡытта башҡарылды. Нефть эшкәртеү заводтарынан нефть продукттарын ҡабул итеү туҡтатылманы.
Бөтә эштәр ҙә регламентҡа ярашлы ваҡытта үтәлде, магистраль продукт үткәргесе штат режимында эшләй, нефть продукттарын транспортлау график буйынса тулы күләмдә алып барыла. Башҡарылған саралар производство объектын файҙаланыуҙың юғары кимәлдәге ышаныслығын тәьмин итәсәк.
Читайте нас: