Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2020, 11:21

"Уның кеүек көслө кешеләр ҙә еңелә..."

35 көн дауамында сир менән көрәшкәндән һуң, Өлфәт Мостафин вафат булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Башинформ" агентлығына хәбәр итеүе буйынса, 35 көн дауамында сир менән көрәшкәндән һуң Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин вафат булды...
Ул коронавирус менән сирләгән. Әле асыҡланыуынса, коронавирус һәм пневмония ауырыуҙары сәбәпле өҙлөгөү уның ғүмерен өҙгән.
Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация техник университетын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығында башлай. Уның етештереү тресында баш инженер, Киров район Советы башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, баш ҡаланың торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. Туҡһанынсы йылдарҙа "Газпром" системаһында эш башлай.
2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә күсә, унда Финанс-хужалыҡ идаралығы етәксеһе була. 2010-2013 йылдарҙа Иҡтисад, техник һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, аҙаҡ кире "Газпром"ға ҡайта. 2018 йылдың 29 октябрендә "Газпром газ бүлеү Өфө" предприятиеһы генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә.
Кисә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уның туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
"Бөгөн 15.00 сәғәттә Склифосовский институтында Өфө ҡалаһы мэры Өлфәт Мостафин вафат булды. Ул был сир менән оҙаҡ көрәште, бөгөн 35-се көн ине. Ул бик ауыр үтте: пневмония, COVID-19 һәм уларға эйәргән башҡа сирҙәр. Беҙ уны ҡотҡара алманыҡ, - тине Радий Хәбиров. – Хатта Өлфәт Мансур улы кеүек шат күңелле, көслө кешеләр ҙә коронавирусҡа ҡаршы тора алмай. Шуға күрә бөтәгеҙҙән дә һаҡланыуығыҙҙы һорайым. Был сир бер ҡайҙа ла китмәне, һәм беҙгә уға ҡаршы тағы оҙаҡ көрәшергә кәрәк. Мин ысын күңелдән Өлфәт Мансур улының туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Был - республикабыҙ, Өфө өсөн ҙур юғалтыу. Ул Өфөнө ныҡ ярата ине. Тормошто ныҡ яратты, беҙҙең ҡалабыҙ өсөн бик күпте эшләгеһе килә ине...
Барығыҙ ҙа үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Баҫым яһап әйтәм: хатта уның кеүек көслө кешеләр ҙә был сирҙең ҡыҫымына түҙә алмай".
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин менән хушлашыу 31 октябрҙә 9.00 сәғәттән 11.00 сәғәткә тиклем Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда буласаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: