Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 11:35

Күп нәмә үҙебеҙҙән тора

Магазин - дарыуханаларҙа битлек кейергә, кешеләр араһында 1,5 метр дистанцияны мотлаҡ һаҡларға кәрәк

Әлеге коронавирус сире ҡоторған мәлдә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатын күҙ уңында тотҡан Нуриман районының мобиль төркөмө вәкилдәре йәмәғәт урындарына сығып, аңлатыу эштәре алып барҙы.
Улар барыһына ла һаҡланыу сараларын мотлаҡ үтәргә, йәмәғәт урындарында - транспортта, туҡталыштарҙа, магазин - дарыуханаларҙа битлек кейергә, кешеләр араһында 1,5 метр дистанцияны мотлаҡ һаҡларға кәңәш итте.
Халыҡтың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән был төркөмдөң эше бик кәрәкле. Ни тиһәң дә, "Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар" тигән мәҡәл дә тап ошо илдәге хәлгә, ҡурҡыныс сиргә ҡағыла. Күп нәмәнең үҙебеҙҙән тороуын да онотмайыҡ.
Читайте нас: