Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2020, 12:14

Балаларға ҙур шатлыҡ

Бәләкәстәргә бәләкәй йорт, сәңгелдәк, бәүелсәктәр ҡыҙыҡ булһа, ә олораҡтарҙы баскетбол, волейбол, бәләкәй футбол майҙансыҡтары йәлеп итте

Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты Вячеслав Рябов Благовещен районының Яңы Надеждин ауылы һайлаусыларының наказын үтәне.Йәш яңынадеждиндар өсөн депутат 735 мең һумға балаларға спорт - уйын майҙансығын һатып алып биреүгә өлгәште. Бәләкәстәргә бәләкәй йорт, сәңгелдәк, бәүелсәктәр ҡыҙыҡ булһа, ә олораҡтарҙы баскетбол, волейбол, бәләкәй футбол майҙансыҡтары йәлеп итте. Арып - талып уйнаған балалар майҙансыҡта оло кинәнес алһа, ә өлкәндәр Вячеслав Владимировичтың оло бүләгенә, ауылдаштарының урам ҡоролмаларын урынлаштырыуҙағы ярҙамына оло рәхмәтле ине. - Күмәкләп башҡарған эштәр һөҙөмтәле, бәрәкәтле була, - ти ауыл хакимиәте башлығы Наталья Акимкина.
Читайте нас: