Балының шифалығы, бал ҡорттарының күплеге менән даны таралған Благовещен районының Яңы Илек ауылындағы крәҫтиән - фермер хужалығы етәксеһе Хәмзә Хәсән улының данлы, күп йыллыҡ эшен бөгөн уның улы Әлфис Ғәйбәҙуллин дауам итә.Экологик яҡтан таҙа урында урынлашҡан умарталар, ваҡытында күпме көс түгеп, йыйып алынып, Өфө, Благовещен баҙарҙарында, йәрминкәләрҙә күптән үҙ һатып алыусыһын тапҡан шифалы бал... Былар барыһы ла 20 йыл барған көйлө, бөтмәҫ - төкәнмәҫ эштәрҙең һөҙөмтәһе булып тора ла инде. "Атаһынан күргән уҡ юнған"... Нәҙекәй бил - бал ҡортон наҙлап, ҡәҙерләп ҡараған Әлфис Хәмзә улы хас та атаһы өйрәткәнсә уларҙы тәрбиәләй. Бал ҡорттары ғаиләләренең һанын да 200 - гә еткергән. Шуға ла Ғәйбәҙуллиндар һатҡан сифатлы башҡорт балына халыҡ араһында һорау күп.- Йылдан - йыл шул бер үк һатып алыусыларыбыҙ беҙгә бал алырға килә. Беҙ уларҙы шундай таҙа, тәмле йүкә, сәскә балдары менән тәьмин итеүебеҙҙән бик ҡәнәғәтбеҙ, - ти фермер Әлфис Хәмзә улы Ғәйбәҙуллин.