Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь 2020, 11:47

Айболит ярҙамға ашыға

Ветеринар табиптар өҫтөндә айырым яуаплылыҡ ята

Иглин районы ветеринар станцияһында үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар теләһә ниндәй шарттарҙа ла дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға ярҙамға килергә әҙер.Был тынғыһыҙ һәм ауыр һөнәрҙе һайлаусылар араһында Айгөл Зиннәтуллина ла бар. Айгөл был эштең нескәлектәре менән бала саҡтан таныш . Уның атаһы ғүмер буйы ветеринар табип булып эшләй. Ҡыҙ шул саҡта уҡ инде һайлаясаҡ һөнәренең ҡыҙыҡлы ла, ауыр ҙа икәнен аңлай. Мәктәпте тамамлаған ҡыҙ документтарын Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына тапшыра. Дипломлы йәш белгес хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө ҡала ветеринария станцияһында башлай.Һуңғы ике йылда Айгөл Иглин ветеринар станцияһында эшләй. Яуаплы белгес Кәлтә ветеринария участкаһына мөдир итеп тәғәйенләнә. Биләмә ҙур, эш күп. Араларҙың ераҡ, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, табип дүрт аяҡлы панциеттарына ярҙамға ашыға, шул арала уларҙың хужалары менән профилактик әңгәмәләр ҙә үткәрә.- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ваҡытта хужаларҙың битарафлығы арҡаһында ауырыуҙарҙы дауалау мөмкин түгел, - тип көрһөнә Айгөл.Ветеринар табиптың вазифаһына тағы ветеринар-оҙатыу документтарын тултырыу, отчеттар яҙыу, вакцинация, профилактик саралар үткәреү кеүек эштәр ҙә инә.-Ветеринар - гуманлы һөнәр, - тип иҫәпләй Айгөл Фоат ҡыҙы. - Бында хайуандарҙы яратыу ғына аҙ. Ветеринар табиптар өҫтөндә айырым яуаплылыҡ ята, сөнки улар һөйләшә белмәй торған йән эйәләре менән эшләй, ә улар сирҙәре тураһында бер кемгә лә зарлана алмай.Үҙ пациенттарына иғтибарлы һәм ихтирамлы ветеринарҙы хеҙмәттәштәре лә, пациенттарҙың хужалары ла хөрмәт итә. Уның фекеренә ҡолаҡ һалалар....Заманалар үҙгәрә, ябай дауалау алымдарына замансалары алмашҡа килһә. Тик бер нимә һаман да үҙгәрешһеҙ ҡала: ветеринар ауылда һаман да мөһим һәм кәрәкле һөнәр булыуҙан туҡтамай.
Читайте нас: