Нуриман районының Яңы Күл ауылындағы мәсеттән кеше өҙөлмәй.Кемдер мәрхүм ҡәрҙәштәрен иҫләп, доғалар уҡытһа, икенселәр баш - күҙ иҫәнлегенә хәйер һала, өсөнсөләр йома намаҙына ашыға. Ә Рамаҙан һәм Эльмира Ғималетдиновтарҙың йәш ғаиләһе туғандары менән был иман йортона изге уйҙар, шатлыҡлы ваҡиғаны уртаҡлашыу йәһәтенән йыйылды. Яңы тыуған бәпескә Азалия тип исем ҡушҡандан һуң, мәсеттең имам - хатибы ла, йәштәрҙең туғандары ла йәш балаға, уның ата - әсәһенә бәхетле, тәүфиҡлы оҙон ғүмер, сәләмәт матур тормош теләне.