Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 10:35

Шишмәләр үҫтергәне сифатлы

"Себеште көҙ һанайҙар" тигән мәҡәл тап Шишмә районы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тырыш, фиҙакәр хеҙмәтенә дөрөҫ баһа бирә, уларҙың эшенә билдәле бер һөҙөмтәне тасуирлай.

"Себеште көҙ һанайҙар" тигән мәҡәл тап Шишмә районы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тырыш, фиҙакәр хеҙмәтенә дөрөҫ баһа бирә, уларҙың эшенә билдәле бер һөҙөмтәне тасуирлай.Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡотлау телмәрендә Башҡортостандағы ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә шишмәләрҙең дә тос өлөшөн индереүен маҡтап телгә алып ҡына ҡалманы, ә улар араһынан иң уңғандарын, иң тырыштарын маҡтаулы исемдәр, орден- миҙалдар менән бүләкләне. Үҫемселек буйынса Шишмә селекция үҙәге етәксеһе Әнүәр Шакирйәнов "Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре", "Агро - Альянс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең механизаторы Сергей Вигуляр "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булһа, ә Шишмә май экстракциялау заводы директоры Айҙар Яҡупов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Район данын республика кимәлендә яҡлаған яҡташтарыбыҙҙың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә һалған өлөшөн баһалап бөткөһөҙ. Улар иккән иген, үҫтергән сөгөлдөр, һыҡҡан майҙың уңышынан да, сифатынан да һатып алыусы ҡәнәғәт.
Читайте нас: