Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 11:00

Иглин ихаталары матурлана

Быйыл «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә өс ихата төҙөкләндерелде

Иглин районында ағымдағы йылда «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә өс ихата төҙөкләндерелде. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 13 млн һум тәшкил итә.Район үҙәгенең Калинин урамындағы ихаталар танымаслыҡ булып үҙгәрҙе. Эш барышында иҫке ҡоролмалар һүтелде йәки тәртипкә килтерелде. Яңы йәйелгән асфальт йәйәүлеләр өсөн дә, бәләкәй велосипедсылар өсөн дә бик уңай. Заманса спорт һәм балалар майҙансыҡтары күрше йорттарҙа йәшәүселәр өсөн дә ҙур бүләк. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән матур төстәргә буялған был майҙансыҡтар күптәрҙең яратҡан урынына әүерелде лә инде. Ихатала шулай уҡ уңайлы кер ептәре, ял өсөн эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылды.Территорияларҙы йәшелләндереү - ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһының мөһим бурыстарының береһе. Быны аңлаған күп фатирлы йортта йәшәүселәр бик теләп «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды – палисадниктарға миләш ултыртты. Ихаталарға сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар урынлаштырылды.Ошо уҡ программа сиктәрендә Оло Тәләк ауылында ла Ленин, Чехов, Еңеү урамдары сатында урынлашҡан ихата төҙөкләндерелде. Бында асфальт япмаһы яңыртылды, бер километр иҫке ағас ҡойма яңы тимергә алмаштырылды. Автомобилдәр өсөн туҡталыш урыны булдырылды, видеокамералар һәм мәғлүмәт таҡтаһы ҡуйылды.Кисәге ябай ғына ихаталар заманса матурланды, унда йәшәүселәр өсөн хәҙер бик уңайлы. Ә уларҙы таҙа һәм тәрпиттә тотоу кешеләрҙең үҙенә бәйле.
Читайте нас: