Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2020, 09:37

Милли рухта тәрбиәләнгән быуын

Тәнзилә Искәндәрова милли байрамдар үткәреүгә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә, йыр – моңобоҙҙо туплауға, милли кейем тегеүгә, урындағы музейҙы кәрәкле экспонат – мәғлүмәттәр менән тулыландырыуға күп көс түккән аҫыл башҡорт ҡатын – ҡыҙы

Благовещен районының Покровка ауылында йәшәгән Тәнзилә апай Искәндәрова “Йәйғор”ҙо уҡыусыларға яҡшы таныш. Ул милли байрамдар үткәреүгә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә, йыр – моңобоҙҙо туплауға, милли кейем тегеүгә, урындағы музейҙы кәрәкле экспонат – мәғлүмәттәр менән тулыландырыуға күп көс түккән аҫыл башҡорт ҡатын – ҡыҙы.Ҡара яҙҙан ҡаҙ бәпкәләре һатып алып, ап – аҡ мамыҡлы ҡаҙҙар тәрбиәләп үҫтергән апайыбыҙ туғандарын “Ҡаҙ өмәһе”нә ярҙамға саҡырҙы. Халҡыбыҙҙың байлыҡ, муллыҡ байрамына йыйылған бер туған Тәнзилә, Тәскирә, Таңһылыу апайҙар байрам биҙәге - “Ҡаҙ ҡанаты” йырын йырлай – йырлай, хужабикә үҫтергән һимеҙ ҡаҙҙарҙы эшкәртеп тә ҡуйҙы. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы улар боронғо йолаға ярашлы, көйәнтәгә аҫып, һыу буйына алып төшөп, йыуып та алып ҡайтты. Ихлас, матур итеп аралашҡан туғандар ҡаҙ мамығын түшәк, мендәргә әҙерләп, уның татлы итенән бешерелгән һурпаны ла ауыҙ итте. Оҙон йәй буйы хәләл көсөн түгеп,бәпкәләр ҡарап үҫтергән туғандары Тәнзилә Зиннәт ҡыҙынан күстәнәскә ҡаҙ алып та ҡыуанды.- Иҫәнлек кенә булһын, мин үҫтергән ҡаҙҙар барыбыҙға ла етә. Быйылғы мул уңышты туғандарым менән бергә ашай алғаныма бик ҡыуанам. Хоҙай Тәғәлә тик бер –беребеҙҙән генә айырмаһын, һаулыҡ, мул ризыҡ ҡына бирһен, - тип теләй йомарт, уңған Тәнзилә Искәндәрова. Покровка ауыл клубы белгесе Тәнзилә Зиннәт ҡыҙы каникулға ауылға олатай – өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар менән борондан килгән матур шөғөлдәрҙең береһе - ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәргән. Күҙ нурҙары түгеп, күңел йылыһы һалып,зауыҡ менән биҙәлгән ҡул эштәрен ҡыҙҙар бик оҡшатҡан. Улар үҙҙәре лә ҡорама балаҫ ҡорауҙы ныҡлап өйрәнгән.- Беҙ бала саҡта өләсәйем сәңгелдәктә ятҡан баланы ете төрлө биҙәкле тышлы мендәргә һалып, ете төрлө биҙәкле юрған менән ябындырырға кәрәклеген әйтә ине. Ошондай биҙәкле түшәк ҡаралтыһына ҡарап, ендәр баланы алмаштырыуын онотор булған, - тип һөйләне оҫта ҡуллы Тәнзилә апай. Балалар менән ваҡытын файҙалы үткәрә белгән, ойоштороу һәләтенә эйә булған апайыбыҙҙың балаларға һөйләр хәбәре лә, уларға өйрәтәсәк эштәре лә күп.
Читайте нас: