Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 11:20

"Потешки" - лауреат

Төрлө инструменттарҙа уйнаған уҡыусыларҙың сығышын һәр кем көтөп ала.

Благовещен ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбендәге "Потешки" өлгөлө халыҡ инструменттары ансамбленең исеме ҡала - районда, хатта республикала ла киң билдәле.Төрлө инструменттарҙа уйнаған уҡыусыларҙың сығышын һәр кем көтөп ала. Күңелде арбарҙай моң иленә илткән был ансамбль ағзалары етәкселәре Ольга Каткова менән конкурс - фестивалдәрҙә лә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ була. "Яңы исемдәр" Бөтә донъя конкурсы ла һәләтле балаларҙың сығышына оло баһа биреп, улар 1-се дәрәжә лауреат исемен яулауға өлгәште.Маладистарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: