Благовещен ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжы студенттары инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ойошторолған VI регион - ара һөнәри оҫталыҡ буйынса чемпионатта ҡатнашты.Студенттар - Светлана Михеева, Лилиана Вәлиева "Яҙма эшкәртеү", "Башланғыс кластар уҡытыусыһы" номинацияларында 1-се урын яулаһа, ә "Ашнаҡсы эше" ндә Марина Тюрина 3-сө урынға сыҡты. Колледж данын республика кимәлендә яҡлаған студенттарҙың призлы урындар яулауы барыһы өсөн дә бик ҡыуаныслы ваҡиға.