Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 11:44

Ваҡытлы күрһәтелгән ярҙам

Благовещен район үҙәк дауаханаһына оло ярҙам күрһәтелде

Благовещен ҡалаһындағы сәнәғәт предприятиелары - Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте һәм Сибур компанияһы ваҡыты - ваҡыты менән төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән күп кәрәкле эштәр башҡара. Улар бөгөнгө эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп, Благовещен район үҙәк дауаханаһына оло ярҙам күрһәтте. Сибурҙар аҡ халатлыларҙы эпидемиологик комплекттар - 500 дана һаҡланыу костюмдары, 250 дана һаҡланыу күҙлектәре, 500 дана битлек менән тәьмин итһә, ә арматуралылар уларға 10 мең битлек һатып алып биргән.- Бындай оло ярҙам беҙҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына бик ваҡытлы күрһәтелде. Көн - төн кеше һаулығын һаҡлауға күп көс түккән барса хеҙмәткәрҙәребеҙгә сирҙән һаҡланыу сараларын үтәү бик мөһим, - ти баш табип Ренат Ғәббәсов.
Читайте нас: