Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2020, 11:15

Шишмәләр байрамға әҙерләнә

Яңы йыл байрамына биҙәлгән майҙансыҡтар шишмәләрҙең байрамса кәйефенә йәнә лә йәм өҫтәп ебәрер.

Яңы йыл байрамын кесеһе лә, олоһо ла көтөп ала.Был мөғжизәле байрамға шишмәләр ҙә ныҡлы әҙерлек эштәре алып бара. Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан Еңеү паркына тыуасаҡ йылдың төп атрибуты булған мөһабәт шыршы урынлаштырылды. Шулай уҡ Шишмә оҫталары төрлө әкиәт геройҙары, хайуан һындарынан торған боҙ ҡаласығына тау эшләүҙе лә дәррәү башлап ебәрҙе. Улар район хакимиәте бинаһы эргәһендә, Ленин, Еңеү парктарында, Шәкәр заводы микрорайонында, ауыл биләмәләрендә лә ҡуйыласаҡ. Яңы йыл байрамына биҙәлгән майҙансыҡтар шишмәләрҙең байрамса кәйефенә йәнә лә йәм өҫтәп ебәрер.
Читайте нас: