Йәйғор
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2020, 20:40

“ТРАНСНЕФТЬ-УРАЛ” АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕ: ХАЛЫҠ-АРА СТАНДАРТТАР БУЙЫНСА ЭШЛӘЙБЕҘ

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системалары халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә. Ойошмала тышҡы аудит үткәргән эксперттар ошондай һөҙөмтәгә килгән. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостандан тыш, етештереү объекттары күрше төбәктәрҙә лә эшләй. Быйыл аудит ойошманың Силәбе өлкәһендәге объекттарында үтәрелгән.

“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системалары халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә.
Ойошмала тышҡы аудит үткәргән эксперттар ошондай һөҙөмтәгә килгән. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостандан тыш, етештереү объекттары күрше төбәктәрҙә лә эшләй. Быйыл аудит ойошманың Силәбе өлкәһендәге объекттарында үтәрелгән. “Киң, системалы һәм планға ярашлы” – аудиторҙар ойошмала хеҙмәтте һаҡлау буйынса алып барылған эшмәкәрлеккә ошондай баһа биргән. Әлбәттә, бойомға ашырылған саралар юғары һөҙөмтәлелек күрһәтә. Эксперттар “Транснефть-Урал”ҙың энергоменеджмент өлкәһендә яғыулыҡ-энергетика ресурстарын ҡулланыуҙа маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәрҙе үтәүен раҫлаған. Шул уҡ вакытта энергияны ҡулланыу күрһәткесе тәү сиратта нефть һәм нефть продукттарын ебәреү-перекачканың иң оптималь режимдарын һайлап алыу һөҙөмтәһендә түбәнәя. “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлау буйынса сараларҙы ла уңышлы тормошҡа ашыра. Аныҡлап әйткәндә, эшмәкәрлек алып барылған төбәктәрҙә даими нигеҙҙә һыулыҡтарҙың биологик ресурстарын яңыртыу эштәре башҡарыла. Эксперттар ойошманың менеджмент системаһының һөҙөмтәлелеген һәм экологик менеджмент системаһының ғәмәлдәге ISO 14001:2015 стандартына тура килеүен раҫланы. Улар шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау идаралығы һәм энергоменеджмент системаларының яңы ISO 15001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттары талаптарына тура килүе тураһында сертификаттар тапшыру хаҡында ҡарарны тапшырҙы. Бынан тыш, аудиторҙар “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте һәм уның Силәбе филиалының аудитта ҡатнашҡан идаралыҡ аппараты хеҙмәткәрҙәренең юғары һөнәри оҫталығын һәм яңы стандарттарға күсеү буйынса документацияне формалаштыруның юғары сифатын билдәләне. Яңы ISO 15001:2018 һәм ISO 50001:2018 халыҡ-ара стандарттарын ғәмәлгә индереүгә бәйле Яңы стандарттарға күсеү буйынса саралар планын үтәү, шул иҫәптән эске аудиторҙарҙы уҡытыу, аудиттарҙы планлаштырыу һәм үткәреү, ойошма етәкселеге тарафынан уларҙың һөҙөмтәләрен анализлауға ҙур иғтибар бүленде. Шулай уҡ персоналды интервьюлаштырыу ҙа актив алып барылды. Менеджмент системалары яңы “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәте дөйөм идаралыҡ системаһының бер айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Уларҙың эшмәкәрлеге һәм халыҡ-ара стандарттар талаптарына тура килеүе йыл дауамында эске аудиттар сиктәрендә контрольдә тотола. Уларҙың һөҙөмтәләрен акционерҙар йәмғиәтенең Координация советы баһалай.
Автор: Рамиль Мансуров
Читайте нас: