Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 19:43

«Транснефть – Урал» йәмғиәте Ҡармасан йылғаһы аша нефть үткәргес торбаларының һыу аҫты үткәүелен алыштырҙы

«Транснефть – Урал» Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡармасан йылғаһы аша Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмет магистраль нефть үткәргес торбаларының һыу аҫты үткәүелен алыштырҙы.

«Транснефть – Урал» Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡармасан йылғаһы аша Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмет магистраль нефть үткәргес торбаларының һыу аҫты үткәүелен алыштырҙы.
Үткәргес торба участогының 358 метры, шул иҫәптән дюкер (һыу аҫты өлөшө) 222 метры алыштырылған. Балластлау өсөн дөйөм күләме 378 тонналыҡ 189 суйын ауырайтҡыс ҡулланылған. Бынан алда файҙаланылған үткәргес торбалар демонтажланған. Торбалар һалынғас үткәргес торбалар үткәүеленә гидро һынауҙар уҙғарылған, етешһеҙлектәрҙең юҡлығы билдәләнгән, уның геометрик параметрҙарына контроль эшләнгән. Һыу объектындағы эштәр ваҡытында тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенең барлыҡ талаптары һаҡланған. Белгестәр арматура узелын уратып алып, техник белдереү билдәләрен, шул иҫәптән видеокамералар һәм һаҡ сигнализацияһы системаһын ҡуя. Ер тергеҙелгән, йылға яры ла нығытылған, 1 мең квадрат метр майҙан ваҡ таш һибелгән. Эштәр «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең техник яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеү һәм реконструкциялау программаһына ярашлы уҙғарылды, маҡсаты - Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмет нефть үткәргес торбаларын файҙаланыуҙың юғары ышаныслылыҡ кимәлен һаҡлау. Усть-Балыҡ-Өфө-Ҡурған-Әлмет нефть үткәргес торбаһы Рәсәйҙә оҙонлоғо буйынса ла, нефтте һурҙырып ағыҙыу буйынса ла магистраль нефть үткәргес торбаларының иң эреһе булып тора.
https://kurai.rbsmi.ru
Фото: https://yandex.ru
Читайте нас: