Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2020, 11:06

Һырғалаҡҡа рәхим итегеҙ!

Хоккейсылар һәм тимераяҡта шыуырға теләгәндәргә һырғалаҡтарҙағы боҙ әҙер булыу менән бында килеп шыуыу мөмкин буласаҡ.

Саф һауалағы ҡышҡы уйындарҙы балалар ҙа, өлкәндәр ҙә көтөп ала. Берәүҙәр саңғы, икенселәр һырғалаҡта тимераяҡ менән шыуырға яратһа, ә өсөнсөләр кинәнеп тау шыуа. Сәләмәт тормош яҡлы нуримандар өсөн Павловка, Ҡыҙыл Шишмә, Ҡыҙылъяр, Баш Шиҙе, Иҫке Исай, Яңы Күл ауылдарында боҙ майҙансыҡтары әҙерләнә башланы. Хоккейсылар һәм тимераяҡта шыуырға теләгәндәргә һырғалаҡтарҙағы боҙ әҙер булыу менән бында килеп шыуыу мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: