Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров Әсәләр көнө уңайынан күп балалы әсәләр менән осрашты.Ғаиләһендә уңған хужабикә, балаларына яратҡан әсәй, иренә тоғро ҡатын, ауылдаштарына хөрмәтле кеше булараҡ билдәле булған мөләйем ҡатындарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Уларҙың 5-нә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүләктәре бирелһә, ә Зөлфиә Моталоваға "Әсәлек даны" миҙалы тапшырылды. Береһенән береһе сибәр әсәләр исеменә район етәкселеге тик изге теләктәрен еткерҙе.