Аллея булдырыуҙа беренсе аҙымдар яһалған да инде – бронзанан фронтовиктарҙың бюсты урынлаштырылған.
Был бюстарҙы эшләүҙә ярҙам һорап, Черкассы ауыл хакимиәте «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт иткән. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте райондың иҡтисади, мәҙәни һәм йәмғиәт тормошона, уның тотороҡло үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Предприятие әлеге башланғысты хуплай һәм бюстарҙы яһап урындарына ҡуйыр өсөн бер миллион һумға яҡын хәйриә аҡсаһы бүлә. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың бюстары бронзанан яһалған, бетон-кирбес постаменттары гранит менән биҙәлгән.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәйкәлдәрен ремонтлау һәм төҙөкләндереүҙә булышлыҡ «Транснефть – Урал» йәмғиәтенең хәйриә эшсәнлегенең мөһим өлөшө булып тора. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында предприятие үҙе эш алып барған төбәктәрҙә 10-дан артыҡ һәйкәл һәм мемориаль комплексты тәртипкә килтерергә ярҙам итте.
КОСОЛАПОВ Филипп Макарович, Советтар Союзы Геройы
2-се гвардия истребителдәр авиаполкы эскадрилья командиры (1-се һауа армияһы). 300 тапҡыр һауаға күтәрелгән, үҙе генә 11 самолет бәргән, төркөм менән 9-ҙы бәреп төшөргән.
КУЛАКОВ Петр Афанасьевич, Советтар Союзы Геройы
598-се артиллерия полкының орудие командиры (3-сө Белоруссия фронты). 1944 йылдың июлендә Неман (Белоруссия) йылғаһының һул ярында П.Кулаковтың артиллерия расчеты 5 дошман танкына яу ҡайтарған, уларҙың өсөһөн шартлатҡан, шул уҡ яуҙа П.Кулаковтың артиллеристары дошмандың 3 орудиеһын һәм 100 һалдатын юҡ иткән.
ЕДРЕНКИН Михаил Акимович, III дәрәжә Дан Орденының тулы кавалеры
35-се штурмлау инженер-сапёр батальонының саперы (1-сее Украина фронты). Мөһим юлдарға миналар ҡуйыу буйынса уңышлы ғәмәлдәре, дошмандың ут нөктәләренә разведка яһаған, миналарҙы алған, совет ғәскәрҙәренең Одер йылғаһы аша кисеүен тәьмин иткән өсөн ордендар менән бүләкләнгән.
Автор: Фирюза Нигматуллина