Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2020, 15:00

Совет эше маҡтаулы

Благовещен районы Удельно Дыуанай ауылының ветерандар Советы рәйесе Александра Абрамовна Ковязина халыҡ араһында хөрмәтле кешеләрҙең береһе.

Благовещен районы Удельно Дыуанай ауылының ветерандар Советы рәйесе Александра Абрамовна Ковязина халыҡ араһында хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, һуғыш, хеҙмәт ветерандарының исемен мәңгеләштереү, яҡташтарҙың, ғаиләләрҙең юбилейҙарын билдәләүгә лә рәйес үҙенең өлөшөн индерә. Ауыл хакимиәте башлығы Надежда Жилина менән улар ауылдағы күп проблемаларҙы хәл итеүҙә, саралар үткәреүҙә лә берҙәм эшләй. Бына әле яңыраҡ Александра Абрамовна ауылдың хөрмәтле кешеләре - Василий Егорович һәм Любовь Петровна Николаевтарҙы алтын юбилейҙары менән ҡотланы. 50 йыл татыу донъя көткән был ғаиләгә изге теләктәр юллап, ул Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау адресын һәм иҫтәлекле бүләген дә тапшырҙы.
Читайте нас: