Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был емештәге салицил кислотаһы капиллярҙарҙы киңәйтә икән. Ошо сәбәпле, аллергологтар уны ололарға – бер-икәүҙән, ә балаларға берәүҙән күберәк ашарға кәңәш итмәй. Шуға һәр нәмәлә сама белергә кәрәк, тигәндәй, бында ла һаҡ ҡыланыу шарт. Ни тиһәң дә тиҙҙән – Яңы йыл. Ә был байрамдың төп билдәләрең береһе – мандарин.