Йәйғор
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 17:23

Реабилитация сараларын прокатҡа биреү пункттары асыла

Кресло-коляска инвалид, хәле булмаған өлкән йәштәгеләр, травма йәки ауырыу арҡаһында хәрәкәтләнә алмаған кешеләр өсөн бик мөһим сара!

«Демография» милли проектының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында «Социум» техник реабилитация сараларын прокатҡа биреү пункты асылған.
Ойошма директоры Флүр Дуҫмөхәмәтов һүҙҙәренә ҡарағанда, республиканың баш ҡалаһынан алыҫ ауылдарҙа техник реабилитация саралары проблемаһы киҫкен тора. Мәҫәлән, инвалидтар өсөн кресло-коляска алыу өсөн Өфөгә йәки Екатеринбургка барырға кәрәк, ул бик ҡиммәт тора. Таныштарҙан, күршеләрҙән, туғандарҙан эҙләргә тура килә, тапһаң да, ул туҙған була. Ә бит кресло-коляска инвалид, хәле булмаған өлкән йәштәгеләр, травма йәки ауырыу арҡаһында хәрәкәтләнә алмаған кешеләр өсөн бик мөһим сара!
Техник реабилитация сараларын прокатҡа биреү пунктын асыу һөҙөмтәһендә:
-өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарҙы һәм ғаиләләрҙе, уларҙың мохтажлыҡтарын иҫәпкә алып, өҫтәмә социаль хеҙмәттәр менән тәьмин итеү саралары артасаҡ;
-уларҙың тормош эшмәкәрлеге, социаль хеҙмәтләндереүҙең сифаты артасаҡ;
-уларҙың ғүмерҙәрен һәм үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндерә алыу мөмкинлектәрен арттырыу өсөн шарттар булдырыласаҡ;
-техник реабилитация саралары менән бәйле сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк;
-социаль кейеренкелек – техник реабилитация сараларының етмәүе кәмейәсәк.
Алия Вахитова
Читайте нас: