

Район үҙәге Данис Тикеев исемендәге 4-се һанлы мәктәбенең "Эдельвейс" командаһы тәрбиәләнеүселәре - республика йыйылма командаһы составында, ә физкультура уҡытыусыһы Алина Исхаҡова эксперт-компатриот сифатында сығыш яһаясаҡ.
Юниорҙар командаһында биш кеше - бер ҡыҙ һәм дүрт малай. Уларға 14 -16 йәш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 - 29 августа Өфө ҡалаһында "Янғын хәүефһеҙлеге" һәм "Ҡотҡарыу эштәре" компетенциялары буйынса "Йәш профессионалдар (Ворлдскилсс Рәсәй)" IX милли чемпионатының финал ярыштары үтә.
Worldskills («Йәш профессионалдар») программаһы эшсе һөнәрҙәренә әҙерлек сифатын күтәреү һәм йәштәр араһында уларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
#НацфиналУфа #Нацфинал2021 #WorldSkillsRussia