Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2021, 06:00

Сәхнәлә – Макар Максименко

Өфө районының Шамонин мәктәбендә 4-се класта уҡыған Макар Максименко һәр яҡлап та уңған, һәләтле егет.

Сәхнәлә – Макар Максименко
Сәхнәлә – Макар Максименко

Өфө районының Шамонин мәктәбендә 4-се класта уҡыған Макар Максименко һәр яҡлап та уңған, һәләтле егет.

Уҡырға, бейергә яратҡан Макар бейеү спортында юғары уңыштарға ирешә. Бына әле яңыраҡ ошо яҙғандарҙы дәлилләгән егет Ишембай ҡалаһында үткән “Танцевальный путь – 2021” турнирында ул 1-2-се урындар яуланы. Иҫ киткес көслө физик үҫеш биргән был бейеү төрөнә ғашиҡ егеттең алға пландары ла бик күп. Республика кимәлендә спорт бейеүе менән тыуған районын данлаған Макар Максименко менән барыһы ла ғорурлана.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: