Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2021, 09:26

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында — яңы етәксе

Яңы һайланған рәйес — билдәле тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында — яңы етәксе
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында — яңы етәксе

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы үтте.

Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вәкәләттәрен һалыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте, ул ҡәнәғәтләндерелде. Ғәмәлдәге уставҡа ярашлы, башҡарма комитет рәйесте үҙ ағзалары араһынан һайлай.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы тәҡдиме буйынса башҡарма комитет ағзалары Юлдаш Йосоповтың кандидатураһын хупланы. Яңы һайланған рәйес — билдәле тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты.

Ғәлим Яҡупов — оҙаҡ йылдар төрлө телеканалдарҙа етәксе вазифаларында эшләгән, шул иҫәптән «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы етәксеһе булған профессиональ журналист. Уның һүҙҙәренсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булып ҡала, эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия эше өсөн яуап бирә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында ҡарарым иҡтисадтың реаль секторындағы предприятиеға етәксе вазифаһына күсеүгә бәйле. Үкенескә күрә, ике эште бергә алып бара алмайым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләгән йылдарҙа район, төбәк ҡоролтайҙары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Башҡорт теле йылы, Башҡорт тарихы йылы кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ. Беренсе тапҡыр Милли матбуғат форумы уҙҙы, ул журналистика өлкәһендә милли кадрҙар әҙерләү этабын башлап ебәрер тип ышанам. Республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәрен, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү яҙмышына битараф булмаған ата-әсәләрҙе берләштерә алдыҡ. Алда — Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһында билдәләнгән бик күп бурыстар, уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ағзаһы булып ҡалам, артабан да йәмәғәт тормошонда ҡатнашырмын. Ойошманың яңы һайланған рәйесе башланғысты дауам итеп кенә ҡалмаҫ, ә яңы проекттарҙы ла хуплар тип ышанам. Юлдаш Мөхәмәт улына уңыштар, бөтмәҫ дәрт теләйем, — тине Ғәлим Яҡупов.

Әйткәндәй, Юлдаш Йосопов — Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы авторҙарының береһе.

— Минең өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһы — оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. 2020 йылда Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы ҡабул ителде, хәҙер уны ғәмәлгә ашырырға кәрәк, — тине Юлдаш Йосопов.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: