Йәйғор
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Декабрь 2021, 14:05

Рухи байлыҡ донъяһы – китапханала

Китап кешегә донъяны танып-белергә өйрәтә, асылмаҫтай тойолған серҙәрҙе аса. Эйе, яҡшы иптәшкә, зирәк аҡыллы кәңәшсегә, өнһөҙ уҡытыусыға, тәрбиәсегә, тоғро дуҫҡа тиң ул һәйбәт китап. “Беҙ китап менән дуҫмы?” тигән һорауға яуап эҙләгән Өфө районының Нөрлө ауылындағы “Ал сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре  ауыл китапханаһына осрашыуға барҙы.

Был сарала балалар бик ҡыҙыҡлы, сағыу төҫлө яңы китаптар менән танышты, яҙыусы-шағирҙарҙың ижадына бәйле күргәҙмәләр ҡараны. Улар XIX быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе булған Мифтахетдин Аҡмулланың ижадына ла иғтибар итте. Китапханасы Зинира апайҙары Мөнирова һөйләүенән улар Аҡмулланың  яҡтылыҡҡа, яңылыҡҡа ынтылыусы мөғәллим сифатында ла ғәйәт яҡты эҙ ҡалдырған күренекле шәхес булыуын  белде. Ул халыҡты ғилемгә, мәғрифәткә саҡырып, наҙан муллаларҙан көлөп, бик күп шиғырҙар яҙған. Уның мәғрифәтселек идеялары, фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған шиғырҙары башҡорттар араһында ғына түгел, бөгөн ҡаҙаҡтар, татарҙар араһында ла яратып уҡыла, күптәрен халыҡ яттан белә.

Тәрбиәселәре Альбина Хәжипова менән Нәдидә Зарипова ойошторған осрашыуҙан балалар бик ҡәнәғәт ҡалды. Тәрбиәсе апаларына ошолай балаларҙы яҡшы итеп тәрбиәләгәндәре һәм китапханаға осрашыуға килтергәндәре өсөн ата-әсәләр ҙә ҙур рәхмәтле.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: