Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2021, 11:48

Игеҙәктәр – ғаилә биҙәктәре

Яңы тыуған сабыйҙарҙы бала табыу йортонан ҡаршы алған олатай – өләсәйҙәре «Инәңә — иш, атаңа ҡуш бул! Тәүфиҡлы, ғүмерле бул! Сәләмәт бул, бәхетле бул!»  тигән матур теләктәр менән ҡаршы алды.

Игеҙәктәр – ғаилә биҙәктәре
Игеҙәктәр – ғаилә биҙәктәре

Шишмә районының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре ике ғаиләлә яңы тыуған игеҙәк балаларҙы теркәп, уларҙың ата-әсәһенә рәсми документ – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ тапшырҙы.

 Вадим һәм Әминә Саҙрыевтар София менән Аннаға, Азамат һәм Илнара Ғилметдиновтар Айнур менән Айһылыуға ғүмер бүләк иткән. Саҙрыевтар тәү башлап атай, әсәй булһа, ә Ғилметдиновтар ғаиләһендәге игеҙәктәр Камила менән Әмирҙе ағай һәм апай итте. Уларҙың ғаиләһе ишәйеп, районда күп балалы ғаиләләр исемлеген тулыландырып ебәрҙе.

Яңы тыуған сабыйҙарҙы бала табыу йортонан ҡаршы алған олатай – өләсәйҙәре «Инәңә — иш, атаңа ҡуш бул! Тәүфиҡлы, ғүмерле бул! Сәләмәт бул, бәхетле бул!»  тигән матур теләктәр менән ҡаршы алды.

Игеҙәктәр – ғаилә биҙәктәре
Игеҙәктәр – ғаилә биҙәктәре
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: